-12 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2021, 08:53
1

Беҙҙә -шәжәрә байрамы

Бөгөн, 19 мартта, Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында Мең ырыуы башҡорттары вәкилдәре ҡоро йыйыла.

Шәжәрә байрамы 10.00 сәғәттә башлана һәм фәнни-ғәмәли ултырыштан һуң шәжәрә конкурсында еңеүселәрҙе ҡотлаясаҡтар.
Әйткәндәй, Мең - иң ҙур башҡорт ҡәбиләләренең береһе булып тора һәм туғыҙ ырыуға бүленә.
Ҡорҙа Башкортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы Рәйесе Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, «Мең ырыуҙары» йәмәғәт ойошмаһы Советы рәйесе Әхнәф Тимербулатов, филология фәндәре кандидаты, Башкорт дәүләт университеты доценты Сәйетбатталов Искәндәр, Миәкә районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Хәлил Маһиянов, күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм башҡалар буласаҡ.
Читайте нас