+28 °С
Облачно
Новости
8 Июня 2020, 09:35

Һөнәри байрамығыҙ менән!

Һөнәри байрамығыҙ – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле Миәкә районы халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәре!
Изгелекле, мәрхәмәтле һөнәр эйәләре булараҡ, кешелектең иң яҡшы сифаттарын – эскерһеҙлек, миһырбанлыҡ, фиҙаҡәрлекте һүҙҙә генә түгел, эшегеҙ менән иҫбатлайһығыҙ. Күңел йылығыҙҙы йәлләмәй өләшеүегеҙ, һиҙгерлегегеҙ кешеләрҙә иртәгәһе көнгә ышаныс тыуҙыра, яңғыҙлыҡтан ҡотҡара, ауыр саҡтарҙа терәк була.
Оло йәштәгеләргә, инвалидтарға, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә һәм балаларға ярҙам ҡулы һуҙырға һәр ваҡыт әҙер булыуығыҙ ҙур баһаға лайыҡ.
Байрам көнөндә арымай-талмай эшләүегеҙ, мохтаждарға ярҙамсыл изге күңелегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, район халҡы мәнфәғәтенә уңышлы хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйбеҙ.


Муниципаль район хакимиәте Хакимиәте һәм Советы.
Читайте нас