-27 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Июль 2021, 10:31

Иғтибар: көнүҙәк һорауҙарға яуаптар

Бөгөн республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән сираттағы брифинг үткәрҙе, унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе. Уларҙың һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Иғтибар: көнүҙәк һорауҙарға яуаптар
Иғтибар: көнүҙәк һорауҙарға яуаптар

- Соvid-19 менән сабыйҙар сирләйме?

- Эйе, уларҙың сирләүе ихтимал, тик, ғәҙәттә, ул билдәһеҙ, еңел формала үтә. Һирәк осраҡтарҙа уртаса ауырлыҡта булыуы бар, әммә ауыр эҙемтәләр теркәлмәй. Әлеге ваҡытта 50 бала яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләй, ауыр осраҡтар юҡ.

- Ни өсөн вакцина яһатҡан кешеләр битлек режимын һаҡларға тейеш?

- Прививка яһатҡан граждандар, организмдағы антиесемдәр күләменә ҡарамаҫтан, популяцион иммунитет барлыҡҡа килгәнсе битлек кейергә тейеш. Вакцинация сирләп китеүҙән, ауырыған осраҡта ла, уның ауыр эҙемтәләренән һаҡлай, шул ук ваҡытта прививка яһатҡан кеше башҡаларға коронавирус инфекцияһын йоҡтороуы ихтимал.

- Ни өсөн төбәккә “КовиВак” һәм “ЭпиВакКорона” кеүек вакциналар аҙ күләмдә килтерелә?

-  Был етештереү күләменә бәйле. Республикаға “КовиВак” килтерелеп тора, һуңғыһы үткән йомала булды, өс мең самаһы доза. Тағы 30 мең ағымдағы аҙна аҙағына килтереләсәк. “ЭпиВак” һәм “КовиВак” сикле күләмдә етештерелә. Ә ниндәйен яһауҙы фәҡәт табип хәл итә.

- Инвалид балаларҙы реабилитациялау алдынан ПЦР-тестты бушлай тапшырыу мөмкинме?

- Әгәр медицина күрһәткестәре булһа, эйе.

- Сирләгәнсе, прививка яһатыу яҡшыраҡмы?

- Уйлап ҡараһаң, ысын һуғыш яланына эләккәнсе, уҡыу яланында көрәшеү еңелерәк. Вакцина сирҙең моделен булдыра, ул еңел формала, эҙемтәһеҙ кисерелә һәм иммунитет барлыҡҡа килә. Прививка иммун системаһын ошо ҡуҙғытҡыс менән көрәшергә өйрәтә. Шуға ла иммун системаһы, киләһе тапҡыр коронавирус менән осрашһа, күпкә һөҙөмтәлерәк яуап бирәсәк. Унан тыш, вакцина иммун системаһын коронавирусҡа ҡаршы тороуға булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, ә вирусты көсһөҙләндерә. Вакцинациянан һуң иммун системаһы сиргә ҡалҡан була ала, ул күпкә еңел кисереләсәк, йәки бөтөнләй йоҡмаясаҡ.

- Мин коронавирустан прививка яһаттым, ревакцинация кәрәкме?

- Сир күтәрелеше күҙәтелгән осорҙа прививканы һәр ярты йыл эшләтеү кәңәш ителә. Был йәһәттән Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының методик кәңәш-тәҡдимдәре бар. Рәсәйҙә коллектив иммунитет өлкән йәштәге халыҡтың 60-70 проценты еткәс, вакцинация ҡәҙимге, планлы тәртиптә, йылына бер тапҡыр эшләнәсәк. 

Сovid-19-ҙан ҡабаттан яһалған прививка илдә теркәлгән теләһә ҡайһы препараты менән булһа ла ярай. Ревакцинация өсөн антиесемгә анализ талап ителмәй. Беренсе яһалған вакцинаның тәьҫире ауыр булған осраҡта, пациент уны икенсе препарат менән алмаштырыуҙы талап итә ала.

 

Автор: Гүзәлиә Балтабаева
 
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/I-tibar-k-n--k-orau-ar-a-yauaptar-851265/
Иғтибар: көнүҙәк һорауҙарға яуаптар
Иғтибар: көнүҙәк һорауҙарға яуаптар
Автор:
Читайте нас: