+28 °С
Облачно
Время героев
29 Января 2021, 08:56
Һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индерелә
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, медик-ирекмән Ләйсән Хазырова Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенә ҡарата үҙенең фекерен еткерҙе.
– Бөгөн миңә Мөрәжәғәтнамәне тыңлау бәхете тәтене, – тип башланы һүҙен Ләйсән Хазырова. – Радий Фәрит улы 2020 йылғы бөтә мөһим ваҡиғаларҙы ла хәтергә төшөрҙө һәм киләһе бер нисә йылға пландар билдәләне. Шул бик тә ҡыуаныслы, ирекмәндәр хәрәкәтенең пандемияға ҡаршы көрәше шул хәтлем юғары баһаланды.
Ләйсән Хазырова белдереүенсә, республикала 2021 йылды сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип билдәләү – ул үлемде кәметеү, диспансерлаштырыуҙы тергеҙеү, әүҙем реабилитация, һаулыҡты нығытыу, йәнә ғүмерҙе оҙайтыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу йәһәтенән бик отошло. Шул уҡ ваҡытта “Балалар онкологияһы һәм гематология үҙәге” һәм “Өфө хосписы” төҙөлөштәре телгә алыныуы – республика ғына түгел, ә эргә-тирә төбәктәр өсөн дә һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүгә индергән ҙур өлөш.
– Беҙҙәге йоғошло ауырыуҙар госпиталдәренең уңышлы төҙөлөшөн белгәнгә, был үҙәктәр ҙә иң яҡшыһы булыр тип иҫәрләйем. Медик-ирекмән һәм буласаҡ табип булараҡ, шуны беләм, республикабыҙҙа медицина үҫешенә яҡшы шарттар тыуҙырыла, – тине Ләйсән Хазырова.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Автор: Илдар Акьюлов
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/auli--a-lau-tarma-in--tere-g--ur-l-sh-inderel-653440/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"