+28 °С
Облачно
Время героев
26 Января 2021, 08:15

Иммунитет та, хәүефһеҙлек тә

Мәғлүм булыуынса, илебеҙҙә коронавирустан киң вакцинациялау кампанияһы Владимир Путин ҡушыуы буйынса 18 ғинуарҙан башланды.

Әйтелеүенсә, әлеге ваҡытта Башҡортостанға 14 мең вакцина дозаһы ҡайтарылған, ә йыл аҙағына тиклем был күләм миллионға тиклем еткереләсәк: был эпидемияны туҡтатырлыҡ коллектив иммунитет тыуҙырыу өсөн кәрәк. Әлеге ваҡытта һигеҙ мең самаһы кешегә вакцина яһалған, тәүге сиратта һүҙ табиптар, уҡытыусылар, полиция хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, социаль тармаҡта эшләгәндәр хаҡында бара.
Инъекция икәү – өс аҙна интервал менән яһала. Тәүгеһенән һуң организмда антиматдәләр хасил була, икенсеһенән һуң һөҙөмтә нығытыла, 42-се көнгә ныҡлы иммунитет барлыҡҡа килә. Вакцинаның һөҙөмтәлелеге – 95 проценттан ашыу. Әйткәндәй, коронавирустан прививка бушлай яһала.
Вакцина яһатҡан кешеләр араһында Өфө ҡалаһының 38-се поликлиникаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән Светлана Шәймәрҙәнова ла бар.
Ул пандемия башланғандан алып - алғы һыҙыҡта, ковид-сирлеләр менән аралашырға, биоматериалдар йыйырға ла тура килә. Шуға ла вакцинация башланыу менән ул үҙе өсөн дөрөҫ юл тапҡан: коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтергә ниәтләгән.
Тәүге компонентын 24 декабрҙә алған. Әйтеүенсә, Светлана Венер ҡыҙы уны еңел кисергән, бер ниндәй ҙә кире йоғонтоһон тоймаған. Икенсе компонентын алғандан һуң бер аҙ температураһы булған, әммә ул да бер көндән юғалған.
Светлана Венер ҡыҙы ике тиҫтә йылдан ашыу медицина тармағында эшләй. 38-се поликлиникаға тиклем ул ҡарттар йортонда эшләп тәжрибә туплаған. Хеҙмәттәштәре һәм пациенттар араһында абруй ҡаҙанған шәфҡәт туташы коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүҙең әһәмиәтен билдәләй. “Коронавирус – мәкерле сир. Уны бәғзеләр бик еңел үткәрә, кемдәрҙер ауыр хәлгә ҡала, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вафат булыусылар ҙа бар. Шуға ла прививка эшләтеү – ошо насар сирҙән ҡотолоуҙың төп юлы, тип иҫәпләйем. Был иммунитет менән бергә хәүефһеҙлек тойғоһо ла бирә” , - ти Светлана Шәймәрҙәнова.
Фото: Т. Аманов.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Immunitet-ta-h-ef-e-lek-t-648273/
Читайте нас