+28 °С
Болотло
Время героев
10 Декабрь 2020, 06:34
Таксистар ярҙамға ашыға
Хәҙер медицина хеҙмәткәрҙәре эшкә һәм өйгә бушлай таксиҙа йөрөй ала.
Иглин районында "Такси. Хәстәр" акцияһы тормошҡа ашырыла. Ул ковид-госпиталдәрҙә эшләгәндәргә тәғәйенләнгән.
Хәҙер медицина хеҙмәткәрҙәре эшкә һәм өйгә бушлай таксиҙа йөрөй ала. Акцияның маҡсаты – шәхси транспорты булмаған табиптарға ярҙам итеү.
Башланғысты "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе хуплаған.
Такси Иглин үҙәк район дауаханаһы төҙөгән исемлек буйынса йөрөй. Хәрәкәт географияһы район эсендә урынлашҡан медицина учреждениелары менән генә сикләнмәй.
"Беҙҙең хәстәр" ирекмәндәр штабының Иглин районындағы бүлеге етәксеһе Ирина Сергеева әйтеүенсә, таксист-ирекмәндәр саҡырыла тигәнде ишеткәс тә, "Бомбила плюс" такси хеҙмәте етәксеһе Разалия Ҡадир ҡыҙы бәйләнешкә ингән һәм табиптарҙы йөрөтөү өсөн махсус автомобиль бүлгән. Ошо эштә үҙе лә ҡатнашҡан.
Был хеҙмәткә ихтыяж ҙур. Бер нисә көн эсендә әллә нисә ғариза хеҙмәтләндерелгән.
Үҙәк район дауахаһында шәфҡәт туташы булып эшләгән Марина Парфёнова был ярҙамды баһалап өлгөргән. Сменаға уңайлы шарттарҙа барып ҡайтҡас, ул таксистарға сәләмәтлек һәм именлек теләп хушлаша: көрәш маҡсаты уртаҡ: ул да булһа - коронавирусты тиҙерәк еңеү.
Фото: Иглин районы хакимиәте.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева

https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Taksistar-yar-am-a-ashi-a-582704/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"