+28 °С
Болотло
Время героев
23 Июль 2020, 07:43

Бер айға Ҡырғыҙстанға

Беҙҙең табиптар урындағы белгестәргә мәкерле сир менән көрәшеүҙә ойоштороу-методик ярҙам күрһәтәсәк, ауыр сирлеләрҙе дауалау буйынса консультация үткәрәсәк.

Бөтә донъя медицина хеҙмәткәрҙәре төркөмө килешеүе сиктәрендә һәм Рәсәй Хөкүмәтенең ҡушыуы буйынса бөгөн төндә Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов етәкселегендә "табиптар десанты" бер айға Ҡырғыҙстан Республикаһына юлланды.
Улар араһында коронавирус менән сирлеләрҙе дауалауҙа практик тәжрибәһе булған эпидемиолог һәм инфекционистар, шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университетының студенттары һәм ординаторҙары бар. Барыһы ла медицина күҙәтеүе һәм инструктаж үткән, шәхси һаҡланыу саралары һәм дарыуҙар менән тәьмин ителгән.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас