Уны белеүселәрҙең барыһы ла Ильяс Азат улын яҡшы белгес булараҡ билдәләй. Яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш башланғас та ауылдар буйлап йөрөй, шикле кешеләрҙән йорттарында биоматериалдар ала, провизор госпиталдә, инфекцион бүлектә ауырыуҙарҙы дауалай һ.б.