+28 °С
Болотло
Время героев
19 Июнь 2020, 11:56

Аҡ халатлылар – алғы һыҙыҡта

Уларҙың араһында коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар ҙа байтаҡ булыуын беләбеҙ.

Көнө-төнө ауырыуҙар араһында йәшәгән медицина хеҙмәткәрҙәре сирҙе йоҡторған осраҡта, был хоҡуҡтар нисек тормошҡа ашырыласаҡ?
Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарасыһы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ришат Шәнгәрәев ошо хаҡта аңлатма бирҙе.

Рәсәй Хөкүмәтенең 16 майҙағы ҡарарына ярашлы, медицина хеҙмәт­кәренә һаулығы буйынса инвалидлыҡ билдәләнмәгәндә, әммә сәләмәтлегенә зыян килтерелгән страховка осраҡта­рын тикшереү тураһында Ваҡытлыса положение раҫланды. Был тикше­ренеү эштәре тиҙ арала башҡарылырға тейеш. Медицина ойошмаһы диагноз ҡуя, Социаль страховка фондын һәм эш биреүсене иҫкәртә. Шул уҡ көндә хәлде асыҡлау буйынса комиссия төҙөлә. Страховка осрағы табиплыҡ комиссияһы тарафынан тәүлек эсендә тикшерелә һәм эш һөҙөмтәһе буйынса белешмә Социаль страховка фондына ебәрелә. Шул уҡ көндә Фонд хеҙмәт­кәргә түләүҙәр алыу өсөн документтар әҙерләй. Белешмә алғандың иртәгә­һенә үк түләү эйәһенә барып етергә тейеш.

Фондҡа килгән 13 белешмә буйынса тиҙ арала бәләгә тарыған һәр хеҙ­мәт­кәргә 68811 һум аҡса түләнгән. Федераль бюджеттан финанс ваҡытында килә, өҙөклөктәр булғаны юҡ, тип белдерҙе Ришат Шәнгәрәев.

Медицина хеҙмәткәре сәләмәт­легенә зыян килтерелеү менән бәйле страховка осраҡтары инвалидлыҡ билдәләүгә йәки үлемгә юлыҡ­тырғанда, был мөһим эш киҫкен профессиональ сирҙәрҙе тикшереүҙең дөйөм тәртибе буйынса башҡарыла.

Бынан тыш, “Производствола бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм профессиональ сирҙәрҙән мотлаҡ социаль страховкалау тураһында”ғы федераль законға ярашлы, медицина хеҙмәт­кәре, хеҙмәткә һәләтлекте юғалтҡанда йәки вафат булғанда, бер тапҡыр бирелеүсе страховка түләүҙәре һәм айлыҡ страховка түләүҙәре рәүе­шен­дәге социаль гарантиялар һаҡлана. Закон нескәлектәрен һәм хоҡуҡта­рыңды белеү бер кемгә лә ҡамасау­ламаҫ.


https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/anundar-tabiptar-auly-y-a-ynda/
Читайте нас