+28 °С
Облачно
Время героев
29 Мая 2020, 07:28

Оло йәштәгеләргә һәм балалы ғаиләләргә кәзә ҡымыҙы

Ағиҙел ҡалаһынан ирекмән-фермер Илнур Бүләшев бер нисә ай эсендә крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторған.

Ул тәүҙә Яңы Ҡабан эргәһенән ферманың бер өлөшөн ҡуртымға алған. Эште һөтлө тоҡом кәзәләрен аҫраһа, аҙаҡ Вьетнам сусҡалары, ҡош-ҡорт та тота башлай.
Мал, ҡош-ҡорт өсөн өсөн тағы ер участкаһын ҡуртымға ала. Әле фермер сәсеү эштәре менән мәшғүл. Ерҙең бер өлөшөндә – арпа, икенсеһендә һоло үҫәсәк.
Илнур Бүләшевтең хыялы – “Агростартап” проекты буйынса грант алыу һәм һыйыр малы үрсетеү, һөттән тыш, йогурт, сыр, эремсек етештереү.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ -кәзә һөтөн ярҙамға мохтаж яҡташтарына тарата. Ағиҙелдә ирекмәндәр клубы эшләй башлағас, файҙалы эсемлекте шунда тапшыра. Улар, үҙ сиратында, оло йәштәгеләргә һәм балалы ғаиләләргә тарата.
Шуныһы үҙенсәлекле: Илнур Бүләшев әллә күпме йыл ситтә нефтсе булып эшләгән. Тыуған яғына ҡайтҡанына йыл да түгел әле. Яҡташыбыҙ йәшәү урынын ғына түгел, һөнәрен дә алмаштырырға ҡарар иткән: нефтсенән фермерға әйләнгән.
"Огни Агидели" гәзитенән, Эдуарда Йосопов фотоһы.
Читайте нас