+28 °С
Болотло
СПОРТ
8 Февраль 2021, 07:09

Азалиәбеҙ еңеү яуланы

Октябрьский ҡалаһында тыуып-үҫкән спортсы юғары награданы 18 йәшендә алды.

Башҡортостан спортсыһы Азалиә Әминева 64 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында үҫмерҙәр араһында бокс буйынса Европа беренселегендә еңеү яуланы.
Чемпионат Черногорияла үтте. Финалда ҡыҙ украин спортсыһы Марина Стойко менән осрашты. Европа беренселегенең дөйөм команда зачётында ла Рәсәй – беренсе урында. Ә Азалия Әминева уның составында Башҡортостандан берҙән-бер вәкил.
Октябрьский ҡалаһында тыуып-үҫкән спортсы юғары награданы 18 йәшендә алды. Бокс менән биш йыл элек, Александр Савкин етәкселегендә шөғөлләнә башлаған. 2018 йылда Европа беренселегендә – көмөш миҙал, шул уҡ йылды Сербияла үткән Халыҡ-ара турнирҙа еңеүсе титулын алды. Шунда уҡ, иң яҡшы техника өсөн айырым номинацияға лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ, Азалиә!
Фото интернет селтәренән.
Автор: Дилара Арсаева
https://yanshishma.rbsmi.ru/articles/k-sl-l-r-yyyu-ar-ete-r/Azali-be-e-e-yaulani-666566/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=45440006
Читайте нас