+28 °С
Болотло
СПОРТ
23 Ноябрь 2020, 11:42
Башҡортостан спортсыһы – бокс буйынса Европа чемпионы
Черногорияла үткән ярыштан һуң Азалия алтын миҙал менән бүләкләнде.
Октябрьский ҡалаһынан 18 йәшлек Азалия Әминева юниорҙар араһында бокс буйынса Европа чемпионы исемен яуланы. Черногорияла үткән ярыштан һуң ул алтын миҙал менән бүләкләнде.
Шуны билдәләп үтәйек: ике йыл элек Азалия Европа чемпионатында көмөш миҙал алды. Йәш боксер 2018 йылда Сербиялағы Халыҡ-ара турнирҙа ла еңеп, бокста алышыуҙың иң яҡшы техникаһы өсөн айырым наградаға лайыҡ булғайны.
Ҡыҙҙы чемпионлыҡҡа әҙерләгән тренер – Александр Савкин.
https://
www.bashinform.ru/news/1524895-18-letnyaya-boksyersha-iz-bashkirii-stala-chempionkoy-evropy-/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"