11 спорт төрө – спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, еңел һәм ауыр атлетика, уҡтан атыу, каратэ, спорт йүнәлешле һәм тай боксы – буйынса 15 тренер 600 мең һумлыҡ сертификат аласаҡ. Улар Архангел, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Балтас һәм Өфө райондарында йәшәй.
“Аҡса ҡулға түгел, сертификат итеп бирелә. Уларҙы өй һатып алыуға йәки төҙөүгә тотонорға мөмкин. Беҙ – Рәсәйҙә ошо программаны тормошҡа ашыра башлаған берҙән-бер төбәк. Уның менән башҡа төбәктәр ҙә ҡыҙыҡһына башланы. Әлегә уны 3 йылға планлаштырғанбыҙ, 250 тренерға аҡса бирергә иҫәп тотабыҙ. Белгестәр әйтеүенсә, шулай итеп, ауылдарҙағы тренерҙарға ҡытлыҡты бөтөрәсәкбеҙ һәм спорт комплекстарын нығытасаҡбыҙ”, – тип яҙа Радий Хәбиров.