Физкультура-һауыҡтырыу комплексының дөйөм майҙаны – 3087,4 квадрат метр.
Спорт залының иһә 45х25 метр. Унда баскетбол, волейбол, гандбол һәм мини-футбол менән шөғөлләнергә мөмкин. Сисенеү, душ бүлмәләре, гардероб, регистратура, медицина кабинеты, буфет һәм етәкселек кабинеттары ла заманса эшләнгән.
Штат расписаниеһы төҙөлгән. Объект тулыһынса ҡулланыуға әҙер.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,коронавирус инфекцияһына бәйле әлегә спорт комплексын аса алмайбыҙ. Эпидемияға бәйле хәүеф бөтөү менән асылыр һәм беҙ балаларҙы йөҙөүгә өйрәтеү төркөмдәре ойоштора башларбыҙ, тип ышанабыҙ, - ти Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин.
Әйткәндәй, был районда беренсе бассейн. Ул ҡаплаулы 25-әр метр оҙонлоҡтағы дүрт юлдан тора, тәрәнлеге - 1,80 метр. Һыуҙы заманса таҙартыу ҡоролмалары таҙарта.
“Демография” милли проектының “Йәмәғәтселек һаулығын нығытыу” һәм “Спорт – йәшәү нормаһы” проекттарына ярашлы, илдә спорт тармағын үҫтереү, кешеләрҙе сәләмәт тормош рәүешенә ылыҡтырыу йәһәтенән ҙур эштәр атҡарыла.