+28 °С
Облачно
СПОРТ
13 Декабря 2019, 12:03

Спортты үҫтереү буйынса иң яҡшыһы- Башҡортостан

Башҡортостан Республикаһы спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип танылды һәм Милли спорт премияһына лайыҡ булды.

Башҡортостан менән бергә тәүге өс тәбәк иҫәбенә Краснодар һәм Красноярск крайҙары инде. Баһалама комиссияһы ағзалары Өфөнө ике тапҡыр Халыҡ-ара балалар уйындарын уңышлы үткәргән тәүге һәм берҙән-бер Рәсәй ҡалаһы тип билдәләне.


Ошо уңайҙан Мәскәүҙә уҙған сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа бүләкте тапшырҙылар. Шулай уҡ республикабыҙҙа күмәртәләп спорт менән шөғөлләнеүселәрҙең йылдан-йыл артыуы, төрлө спорт сараларының уңышлы үтеүе билдәләнде.


Әйткәндәй, Салауат ҡалаһының «Алмаз» спорт комплексы иң яҡшы Рәсәй спорт объектарының финалына сыҡты.


Рәсәй региондарының төрлө спорт өлкәһендә уңыш ҡаҙанған 18 еңеүсеһе берәр миллион аҡса менән баһаланасаҡ.


Фото:ТАСС
Читайте нас