+28 °С
Болотло
СПОРТ
15 Октябрь 2019, 06:17

Пленар ултырыш үтте

Түбәнге Новгородта “Рәсәй – спорт яратыусы дәүләт” VIII Халыҡ-ара спорт форумына ярашлы “Донъя йәмәғәтселеге менән берлектә спортты үҫтереү” тип атал­ған пленар ултырыш үтте. Унда Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһаны. Сарала Башҡортстан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Дәүләт башлығы үҙенең сығышында билдәләүенсә, форум ун йыл дауамында актуаль булып ҡала, ә мәғлүмәт алмашыу мөмкинлеге һәм фекер алышыу майҙансыҡтарының асыҡлығы ҙур әһәмиәткә эйә була бара.

– Спорт күптән инде йәмғиәт тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде, һәм нәҡ бына йәмғиәт уның үҫеш йүнәлештәрен, көнүҙәк мәсьәләләрҙе билдәләй, шул иҫәптән халыҡ-ара рәсми спорт ваҡиғалары календарына спорттың яңы төрҙәрен һәм яңы ярыш форматтарын тәҡдим итә, – тине Владимир Путин. – Рәсәй БДБ илдәре уйындарын үткәреү башланғысы менән сыҡты – беренсе Уйындар Ҡазанда 2020 йылдың августында үтәсәк. Беҙ БРИКС спорт уйындарын ойоштороу идеяһын да хупланыҡ, улар ҙа киләһе йылда Силәбелә буласаҡ.


#ВладимирПутин


Рәзилә Батырова әҙерләне.
Читайте нас