+28 °С
Облачно
СПОРТ
21 Августа 2019, 11:29

"Ал елкәндәр" еңеүселәрҙе билдәләй

Өфө районының Чесноковка ауылындағы “Ал елкәндәр” балалар үҙәгендә Йәйге ирекмәндәр уйыны башланды. Сараны “Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды” ойошторған.

Быйыл март – июль айҙарында, проекттың төп өлөшө булған “Бәләкәй эштәр” марафонында ирекмәндәр отрядтары бер нисә йүнәлештә изге ғәмәлдәр атҡарҙы: өлкәндәрҙе ярҙамдан өҙмәне, социаль приюттарҙы шефлыҡҡа алды, рухи аҙыҡ таратыуға ла ваҡытын йәлләмәне. Айырыуса Ейәнсура, Нуриман, Туймазы райондары, Күмертау, Октябрьский ҡалалары йәштәре әүҙемлек күрһәтте.


Әле иһә иң-иңдәр билдәләнәсәк. Бай программа төҙөлгән: коммерцияға ҡарамаған сектор лидерҙарының оҫталыҡ дәрестәре, төркөм уйындары, ирекмәндәр хәрәкәте эшмәкәрлегенең исем туйы, “Ирекмәндең рупоры” тигән нәфис һүҙ конкурсы һ.б.

Читайте нас