Ошоға тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһында миҙал өсөн көрәшкән бөтә командалар ҙа финал парадында ҡатнашты. Майҙанға Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатыны Каринэ Хәбирова менән килде. Республика етәксеһе Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Белорет, Күмертау, Туймазы командалары вәкилдәре менән аралашты.