+28 °С
Болотло
СПОРТ
11 Июль 2019, 11:32

53-сө Халыҡ-ара йәйге балалар уйындары

Башҡортостанда үткән 53-сө Халыҡ-ара йәйге балалар уйындарында донъяның 29 иленең 84 ҡалаһынан 1192 спортсы ҡатнаша.

Рәсәй командаһы составында Башҡортостандың Белорет, Салауат, Октябрьский, Нефтекама, Күмертау, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Бөрө һәм Өфө ҡалаларынан спорт командалары бар. Араларында иң ҙуры – баш ҡаланан. Унда Күмертау ҡалаһынан Евгений Черноморец та ҡатнаша. Ун өс йәшлек үҫмер туғыҙ йыл инде дзю-до менән шөғөлләнә. Яҡташыбыҙға уңыштар теләйек!

Зөлфиә Байғусҡарова әҙерләне.
Читайте нас