Сара Мәскәү ваҡыты буйынса 12 сәғәттә башлана. Уны барлыҡ федераль каналдар күрһәтәск.
Ил етәксеһенең сығышын күптәр көтә. Мәҫәлән, пенсионерҙар 2022 йылда пенсияларын ҡайтанан иҫәпләү тураһында аныҡ яңылыҡ әйтер тип өмөтләнә. Балалы ғаиләләр тура эфир ваҡытында яңы түләүҙәр тураһында яҡшы яңылыҡтар көтә.
Әйтергә кәрәк, Президент халыҡ менән ике ысул ярҙамында аралаша – тура бәйләнеш һәм киң матбуғат конференцияһы.
Тура бәйләнештә Владимир Путин илебеҙҙең төрлө төбәктәренән халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе тыңлай. Һуңынан уларҙы берләштереп, дөйөм һөҙөмтәһе буйынса Хөкүмәткә һәм башҡа власть органдарына күрһәтмәләр бирелә.
Матбуғат конференцияһында иһә Владимир Путин журналистарҙың һорауҙарына яуап бирә, шул иҫәптән сит ил журналистарының да. Ғәҙәттә, күп һорауҙар дәүләттең тышҡы сәйәсәтенә ҡағыла, шулай уҡ эске мәсьәләләргә ҙур иғтибар бирелә. Бындай сара үтеп барған йылға һөҙөмтә яһау өсөн дә уҙғарыла.
https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2021-12-16/vladimir-putindy-ur-matbu-at-konferentsiya-y-t-s-k-2621429
Фото: livejournalru