+8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
25 Ғинуар 2021, 17:35
"Кешеләр менән туранан-тура аралашыр кәрәк"
Уҙған аҙнала Радий Хәбиров республиканың яңыртылған Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашты.
Ундағы һөйләшеү халыҡты борсоған барлыҡ мөһим темаларға арналды. Һәм бына бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына туранан-тура кешеләр менән осраша башларға ҡушты. Радий Фәрит улы фекеренсә, былтыр санитар-эпидемиологик сикләүҙәр арҡаһында халыҡ менән бәйләнеш өҙөлдө. Был үҙ сиратында йәмғиәттә көсөргәнешле хәлгә килтерҙе.
– Беҙ кешеләр менән аралашыуҙы, осрашыуҙы туҡтаттыҡ. Тимәк, тура яуаптар бирмәйбеҙ, ни бары ҡағыҙҙа ғына. Һәм был сәбәпле халыҡ нығыраҡ ярһый башланы. Дөйөм алғанда, үткән йыл көсөргәнешле булды: кешеләр күпләп вафат булды, беҙҙең даими сикләүҙәр ҙә халыҡтың ҡәнәғәтһеҙлегенә килтерҙе. Хәҙер тығыҙ аралаша, кешеләр менән бәйләнешкә инә башларға ваҡыт, – тине Радий Фәрит улы.
Башҡортостан Башлығы урындарҙа яңы йәмәғәт палаталары составтарын ойошторорға, унда инициативалы һәм үҙенең фекерҙәре булған кешеләрҙе индерергә тәҡдим итте.
– Кешеләр менән аралашығыҙ, даими нигеҙҙә управдомдар эшен яңыртығыҙ. Хакимиәт башлыҡтары шәхси ҡабул итеүҙәрҙе башлаһын. Сөнки халыҡта күп һорауҙар йыйылды, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ. Кешеләрҙе башлыса ябай көнкүреш мәсьәләләре борсой – кемдеңдер ҡарын насар таҙарталар, ҡайҙалыр подъездар бысраҡ. Ә өсөнсөләренең эше юҡ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Keshel-r-men-n-turanan-tura-aralashir-k-r-k-647391/
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"