+8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
14 Ғинуар 2021, 11:39

Ҡырғыҙ Президенты дуҫлыҡ яҡлы

Үткән ялда Ҡырғыҙстанда президент һайлауҙары һәм дәүләт идараһы рәүеше буйынса референдум үткәйне.

Ил етәксеһе вазифаһына 79 проценттан ашыу тауыш менән Садыр Жапаров һайланды. Ҡырғыҙ халҡы шулай уҡ президент власын парламент өҫтөнлөгөнә ҡарағанда ҡулай күрҙе. Һайлаусыларҙың 80 проценттан ашыуы шулай тауыш биргән.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Садыр Жапаровты еңеү менән ҡотлап телеграмма бирҙе, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.
Ҡырғыҙстандың Сит илдәр эше министрлығы етәксеһе Руслан Ҡаҙаҡбаев әйтеүенсә, яңы һайланған ил башлығы мотлаҡ рәүештә Мәскәүгә рәсми визит яһаясаҡ. Рәсәй Ҡырғыҙстандың төп стратегик партнеры булды һәм булып ҡаласаҡ, тип белдерҙе ул киң мәғлүмәт сараларына.
#ВладимирПутин
https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/news/ir-i-Prezidenti-du-li-ya-li-630428/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420
Читайте нас