+16 °С
Дождь
Еңеүгә - 80 йыл
СӘЙӘСӘТ
10 Декабря 2020, 06:16

Ситтән тороп эшләү тураһында

Президент ситтән тороп эшләү тураһында законға ҡул ҡуйҙы

Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин һәм Федерация Советы етәксеһе Валентина Матвиенко башланғысында бер төркөм депутат әҙерләгән законға Президент Владимир Путин ҡул ҡуйҙы, тип билдәләнә Кремелдең рәсми сайтында. Закон 2021 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.
Ул ғәмәлгә өс төшөнсә индерә:
- дистанцион (ситтән тороп) эшләү;
- ваҡытлыса дистанцион (ситтән тороп) эшләү;
- комбинирлаштырылған дистанцион (ситтән тороп) эшләү.
Законға ярашлы, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда эш биреүсе хеҙмәткәрҙе уның ризалығы булмаһа ла ситтән тороп эшләүгә күсерә ала. Ситтән тороп эшләгән өсөн эш хаҡын түбәнәйтеү тыйыла. Әгәр хеҙмәткәр ике көн сәбәпһеҙ бәйләнешкә сыҡмаһа, эш биреүсе уны эштән бушатыу хоҡуғына эйә. Ситтән тороп эшләүсене эш биреүсе тейешле ҡорамалдар менән тәьмин итергә бурыслы. Ә инде хеҙмәткәр үҙенең ҡорамалдары менән файҙалана икән, уға киткән сығымдарҙы ҡапларға тейеш.
#ВладимирПутин
https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/news/Prezident-sitt-n-torop-eshl--tura-inda-zakon-a-ul-uy-i-581472/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420
Читайте нас