+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
31 Август 2020, 11:19

Шахтер-ветерандарға айырыуса рәхмәт

Кисә, 30 августа, Шахтёрҙар көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан Рәсәй Президенты Владимир Путин күмер сығарыу өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын байрамдары менән ҡотланы.

– Күмер сәнәғәте тыуған илдең яғыулыҡ-энергетика комплексының боронғо өҫтөнлөклө тармаҡтарының береһе һанала, ә компетентлыҡ, ҡыйыулыҡ, иптәштәренә һәр ваҡытта ярҙамға килергә әҙер булған шахтёр хеҙмәте йәмғиәттә абруй ҡаҙанған. Һәм, әлбиттә, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән йылда ветерандарға айырыуса рәхмәт белдерге килә, – тиелә ҡотлау телеграммаһында.
https://yanshishma.rbsmi.ru/news/Prezident-shahtyor-ar-i-otlani-432720/
Читайте нас