+28 °С
Болотло

Йырҙы туған телдә башҡарабыҙ

Ойоштороусылар "Еңеү көнө" йырын төрлө телдәрҙә башҡарырға саҡыра.

Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ағзаһы, билдәле опреа йырсыһы Асҡар Абдразаҡов "Еңеү көнө" йырын туған телдә башҡарырға тәҡдим итте.

Акцияға ҡушылыу өсөн 9 Майҙа pоbеда-2020 йә диктантпобеды.рф сайтына инергә йырҙың һүҙҙәрен үҙегеҙ теләгән телдә табырға һәм йырларға.

"Еңеү йыры" акцияһына теләгән һәр кем ҡушыла ала. Тик урамға сығырға ярамай, балконда, тәҙрә аша йәки ихата алдында башҡарырға мөмкин. Йырығыҙҙы видеоға төшөрөп, #окнопобеды хэштэгы менән социаль селтәргә һалырға онотмағыҙ.

Читайте нас