

Сайтҡа Волга буйы федераль округының бар 14 төбәгенән 10 мең кешеһе үҙ "Еңеү открыткаһы"н ебәрҙе. Уларҙа ветерандарға рәхмәт һүҙҙәре, Ватан менән ғорурланыу, тыныслыҡты һаҡлау теләге сағыла.
Ҡотлау һүҙҙәре Волга буйы федераль округында йәшәгән милләттәрҙең туған телендә яҙылған. Сөнки Еңеү барыбыҙға ла берәү. Тап ошо барыһын да берләштерә лә инде. Тап ошо турала виртуаль галереяның авторҙары бәйән итә.
Уҡыусы һәм студенттар өсөн бындай формат – Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы белемде нығытыу. Открыткалар араһында тотош хәрби операцияларҙы, полководецтарҙы, геройҙарҙы сағылдырған плакаттарҙы хәтерләткәндәре лә бар. Ҡайһы бер эштәр тыл батырлығына арналған. Ҡайһы бер авторҙар шәхси архивтағы фотоларҙы, хаттарҙы ҡулланған. Улар ҙа үҙ тарихын бәйән итә.
Был коллекцияны һеҙ ҙә үҙ эшегеҙ менән тулыландыра алаһығыҙ. Бының өсөн пфопобеда.рф сайтына инеп, махсус форманы тултырып, «Добавить открытку» тигән яҙыуға баҫыр кәрәк. Шунан һүрәттең фотоһын йә сканын күсерергә онотмағыҙ.