Уны тулыландырыуҙа 30 йыл ғүмерен башҡорт мәғрифәтсеһенең тормош һәм ижад юлын өйрәнеүгә арнаған яҙыусы Фәнис Янышев ярҙамлашҡан. Ижади коллектив күләмле материалды сәғәт ярымға һыйҙырырға тырышҡан.
Баш ҡалалағы юғары уҡыу йорттарының береһендә ойошторолған «Ҡорос» халыҡ театры 2009 йылдан эшләй. Тиҫтә йыл ваҡыт эсендә һәүәҫкәр студент-артистар республика, ил кимәлендә конкурс-фестивалдәрҙә уңышлы сығыш яһап өлгөрә. Бөгөнгө сәхнә әҫәрен әҙерләүгә өс йыл самаһы ваҡыт киткән. Шулай ҙа һөҙөмтә үҙен аҡланған. Быны сәхнә костюмдары, биҙәлешенә ҡарап та билдәләргә мөмкин, ти ҡоростар.
https://bash.news/bash/news/176824-efele-koros-khalyk-teatry-tashamasy-igtibaryna-sirattagy-premerakhyn-tekdim-itte