Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Март 2021, 17:30

Салауат башҡорт драма театрында- яңы директор

Айбулат Ҡотошов- Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Кәләше, Миәкә районының Бикҡол ауылы һылыуы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Миңзилә Ҡотошова.

Республика Хөкүмәтендә байтаҡ кадрҙар алмашынды, шул иҫәптән Салауат башҡорт драма театрында директор вазифаһын башҡарыусы итеп Айбулат Ҡотошов тәғәйенләнде. Уны театр коллективы менән Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина таныштырҙы.
Айбулат Миңлеғәле улы Ҡотошов 1973 йылда Ишембай районында тыуған. 1997 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтын тамамлай. Артист булараҡ. хеҙмәт юлын Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында башлай. Артабан Ишембай мәҙәниәт йорто директоры, аҙаҡ район мәҙәниәт бүлеге начальнигы булып эшләй.
2015 йылдан Сибай концерт-театр берекмәһе директоры була. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Кәләше, Миәкә районының Бикҡол ауылы һылыуы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Миңзилә Ҡотошова менән дүрт бала тәрбиәләй, бәхетле олатай ҙа.
Айбулат Миңлеғәле улына яңы вазифала ижади уңыштар теләйбеҙ!
Фото: "Башинформ"дан.
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Bash-ort-teatrinda--ya-i-direktor-698413/
Читайте нас: