-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
27 Ғинуар 2021, 18:08

Конкурс дистанцион форматта үтә

Бөгөн Өфө ҡалаһында “Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы – 2021” һәм “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021” ҡала конкурстары башланды.

Элекке йылдарҙан айырмалы, ул тулыһынса дистанцион форматта ойошторола. Конкурсанттар өс аҙна һуҙымында алты һынау үтә. Дөрөҫөрәге, педагогик кейс мәсьәләһен ситтән тороп сисеү ҡаралған. Һәр береһенең педагогик оҫталыҡтарын дәрес биргәндә һәм классс сәғәтен үткәргәндә баһалаясаҡ жюри. Яңы технологияларҙы нисек файҙаланалар? Оҫталыҡ дәрестәрендә иһә ул асыҡланасаҡ. Бынан тыш мөғәллимдәргә ораторлыҡ һәләтен лекцияла күрһәтеү ҡаралған, “түңәрәк өҫтәл”дең уҙыуы күҙ уңында тотола.
Конкурста бөтәһе 67 уҡытыусы көс һынаша, шуның 16-һы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 21 йәш уҡытыусы бар.
Конкурс 16 февралгә хәтлем дауам итә.
Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.
Автор: Илдар Акьюлов
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/Konkurs-distantsion-formatta-t-651221/
Читайте нас