Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
21 Ғинуар 2021, 11:25

Рәссам уҡытыусыларҙың ижадын күрергә теләһәң...

Өфөлә Башҡортостандың балалар художество мәктәптәре һәм мәҙәниәт өлкәһендәге һөнәри белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының VI Республика һынлы сәнғәт эштәре конкурс-күргәҙмәһе бара.

Өфөлә Башҡортостандың балалар художество мәктәптәре һәм мәҙәниәт өлкәһендәге һөнәри белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының VI Республика һынлы сәнғәт эштәре конкурс-күргәҙмәһе уҙғарыла.
Сара художество белеме традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, талантлы рәссам уҡытыусыларҙың асыҡлауға һәм уларҙы танытыуға, һынлы сәнғәтте пропагандалауға, педагогия хеҙмәткәрҙәренең һөнәри кимәлен күтәреүгә йүнәлтелә. Баһалама комиссияһы составына Башҡортостандың күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре инә. Жюри рәйесе – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы, салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, рәссам Хәтип Фазылов.
Әйткәндәй, конкурс-күргәҙмә арауыҡта уҙғарыла. Республика сәнғәт мәктәптәренән һәм колледждарынан 300-ҙән ашыу уҡытыусы эштәренең фотоһын ебәргән. Жюри күргәҙмә ҡуйыу өсөн 200-ҙән ашыу эште һайланы. Күргәҙмә 21 ғинуарҙан 14 февралгә тиклем Өфө художество галереяһында ойошторола.
Республикала бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менн раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: dom-mol.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/R-ssam-u-itiusilar-i-igadin-k-rerg-tel-639869/
Читайте нас: