+31 °С
Облачно
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
26 Июня , 09:04

Новак Рәсәйҙә яғыулыҡҡа ихтыяждың 20-30 процентҡа артыуы тураһында белдерҙе

Илдәге яғыулыҡ баҙарындағы ажиотаж ихтыяжды яһалма рәүештә 20-30 процентҡа арттырҙы, тип белдерҙе вице-премьер Александр Новак. Уның һүҙҙәре буйынса, илебеҙҙә сеймал запасы етерлек.

Новак Рәсәйҙә яғыулыҡҡа ихтыяждың 20-30 процентҡа артыуы тураһында белдерҙеНовак Рәсәйҙә яғыулыҡҡа ихтыяждың 20-30 процентҡа артыуы тураһында белдерҙе
Новак Рәсәйҙә яғыулыҡҡа ихтыяждың 20-30 процентҡа артыуы тураһында белдерҙе

"Хәҙер системаның логистик бәйләнештәрен ихтыяждарҙы иҫәпкә алып үҙгәртеп ҡороу бара. Баҙарҙы баланслау бер ни тиклем ваҡыт талап итәсәк, - тип өҫтәне ТАСС комментарийында Новак. Ул шулай уҡ 26 июндә яғыулыҡ баҙарындағы хәл буйынса сираттағы кәңәшмә үтәсәген әйтте - унда дизель экспортын тыйыу тураһында фекер алышасаҡтар.

Рәсәйҙә яғыулыҡ дефициты июнь башынан күҙәтелә. Әле 20-нән ашыу төбәктә АЗС-тарҙа бензин һатыуға сикләү индерелгән. Новак баҙарҙағы хәлде еңел түгел, әммә контролдә тип баһалай. Уның һүҙҙәренсә, властар Севастополгә, Ҡырымға, Калининградҡа һәм Алыҫ Көнсығышҡа айырыуса иғтибар бүлә.

Бынан тыш, эре нефть компаниялары элек файҙаланылмаған резервтарҙы йәлеп итә.

Автор:
Читайте нас