Яҙ һәм хеҙмәт байрамы, Еңеү көнө уңайынан биш көнлөк эш аҙнаһында 30 апрель, 1, 2, 3, 4 һәм 7, 8, 9, 10 май ял һәм байрам көндәре булып тора. Шул уҡ ваҡытта 29 апрелдә һәм 6 майҙа эш көнө ҡыҫҡармай.
«Алты көнлөк эш аҙнаһында 1, 2, 3 һәм 8, 9, 10 май — ял көндәре. Ураҙа байрамы ял көнөнә, 2 майға тура килә. Шуға күрә алты көнлөк эш аҙнаһында 2 майҙағы ял көнө шишәмбе 3 майға күсерелә», — тип белдерҙеләр республика Хеҙмәт министрлығында. Шәмбе 30 апрелдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, ә шәмбе 7 майҙа — ҡыҫҡармай.
Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 1, 2 һәм 9 майҙағы байрам көндәре отпускының календарь көндәренә индерелмәй.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-04-20/may-bayramdarynda-nisek-yal-it-be-bash-ortostandy-he-m-t-ministrly-y-2777242