-25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
22 Июнь 2021, 09:42

Башҡортостанда ике көндә прививка яһатҡандар һаны 28 процентҡа артты

21 июндә хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы хәбәр итеүенсә, вакцинация 28 процентҡа артҡан.

Башҡортостанда ике көндә, республика етәксеһе Радий Хәбиров «ковидҡа ҡаршы указ»ға үҙгәрештәр индергәндән һуң, вакцинацияға бәйле хәл ҡырҡа үҙгәргән. 21 июндә хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы хәбәр итеүенсә, вакцинация 28 процентҡа артҡан.

«Халыҡ беҙҙе ишетте һәм прививка эшләтергә барҙы. Бынан тыш, шәмбе-йәкшәмбе көндәрендә сауҙа үҙәктәрендә сираттар барлыҡҡа килде, был – тәртипһеҙлек. Мин Максим Васильевичҡа (һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин) иҫкәрмә яһаным, ошо йәһәттән әүҙемерәк эшләүегеҙҙе һорайым. Уңайлы шарттар булдырырға кәрәк», — тине Радий Хәбиров.

 

https://www.bashinform.ru/news/1608277-v-bashkirii-za-dva-dnya-kolichestvo-vaktsinirovannykh-uvelichilos-na-28-protsentov/  

 

Фото: социаль селтәрҙәр

Башҡортостанда ике көндә прививка яһатҡандар һаны 28 процентҡа артты
Башҡортостанда ике көндә прививка яһатҡандар һаны 28 процентҡа артты
Читайте нас: