-25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
26 Апрель 2021, 14:56

Вакцина эшләткән һәр кемгә отличие билдәһе

Башҡортостанда коронавирустан вакцина яһатҡандар өсөн отличие билдәле барлыҡҡа килә.

Был турала хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
«Бөгөндән вакцина эшләткән һәр кемгә отличие билдәһе бирелә башлай. Уның ярҙамында вакцина алған кешене билдәләргә мөмкин. Был «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе булышлығында ғәмәлгә ашырылды», — тине Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы.
Бөгөнгә республикала 144 282 кеше коронавирустан иммунизацияны тулыһынса тамамлаған, был килтерелгән вакцинанан 49%, тип белдерҙе ул. Уҙған йылдың аҙағынан республикаға бөтәһе «ГамКовидВак», «ЭпиВакКорона» вакцинаһының 295 832 дозаһы килгән.
Үткән ял көндәрендә 15 мең кеше вакцинаның беренсе һәм икенсе компоненттарын яһатҡан. 26-28 апрелдә сираттағы партия көтөлә, 18 меңдән ашыу дозаны бүлеү планлаштырыла.
Шулай уҡ министр иғтибарын байрам көндәрендә барлыҡ вакцинация пункттарының ялһыҙ эшләйәсәгенә йүнәлтте. Уларҙың эш графигы тураһында аҙаҡтан иғлан ителер, тине Забелин.
Республикала йәмғеһе 155 вакцинация пункты эшләй, шул иҫәптән «Сәләмәтлек поездары» составында бишәү.
Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған тәүлектә республикала СOVID-19 йоҡтороуҙың 97 осрағы асыҡланған. Пандемия башланғандан алып 34 983 кеше коронавирус менән ауырыған. Ошо осорҙа 32 500 кеше һауыҡҡан, шул иҫәптән 171-е — уҙған тәүлектә. 157 пациент дауаханала ята, 11-нең хәле ауыр.
Ковид йоҡторған 1 918 сирле амбулатор шарттарҙа дауалана.
Читайте нас: