Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 19 мартта көндөҙ ҡайһы бер райондарҙа сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ, елдең тиҙлеге секундына 17 метрға етеүе көтөлә.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, көслө ел ваҡытында (секундына 13,9-17,1 метр) ағастарҙың ботаҡтары һелкенә, елгә ҡаршы атлауы ауыр, елдә һөйләшеүе бик ҡыйын. Урамда реклама таҡталарының ауыуы мөмкин.