«Һыуҙың максималь кимәле норманан 10 процентҡа түбәнерәк булыуы көтөлә, — тине Вилора Горохольская. — Ләкин максималь кимәлде үткән осраҡта дала һәм тау йылғалары янында урынлашҡан ауылдарҙы һыу баҫыуы ихтимал».
Ведомство башлығы билдәләүенсә, төбәктә һалҡын һауа торошо март аҙағына тиклем һаҡлана, ошо аҙнаның һуңында бер аҙ йылыта.
«Ләкин ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына йылыта, аҙаҡ термометр бағанаһының -5,-10 күрһәтеүе мөмкин, көндөҙ иһә ҡояш нурҙары аҫтында +2,-3 градус була», — тине Башгидрометүҙәк етәксеһе.
Анығыраҡ мәғлүмәттәр 25 мартҡа билдәле була, улар өҫтәмә рәүештә хәбәр ителә. Махсус хеҙмәттәрҙең, шул иҫәптән Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр, Экология министрлыҡтары яҙғы ташҡынды ҡаршы алырға әҙер.