+28 °С
Облачно
ИҠТИСАД
25 Февраля 2021, 06:53

Миәкә эшҡыуарының бәхет сере

Альбина Исмәғил ҡыҙы – яратҡан әсәй, ышаныслы ҡатын, уңған эшҡыуар, оҫта хужабикә генә түгел, урындағы “Хазина” фольклор ансамбле бейеүсеһе лә.

Эшҡыуарлыҡ менән башлыса ир-егеттәрҙең шөғөлләнеүенә күнегеп бөткәнбеҙ. Гүзәл зат вәкилдәренең дә йөрьәт итеп кәсепселеккә тотоноуына өйрәнеп барабыҙ кеүек. Әммә барыбер ҡатын-ҡыҙҙың үҙ эшен асыуы, өҫтәүенә, уңышҡа өлгәшеүе һоҡланыу уятмайынса ҡалмай. Миәкә районының Илсеғол ауылынан Альбина Мөхәмәтйәнова менән танышҡанда ла тап ошо хаҡта уйланыҡ.

Альбина Исмәғил ҡыҙына ҡарайһың да, ниндәй генә һөнәрҙе һайламаһын, уңышҡа өлгәшер ине, моғайын, тигән фекергә киләһең. Уның тырышлығы, етеҙлеге, уңғанлығы, һәр эште урынына еткереп атҡарыуы, ихласлығы, кешелеклелеге иғтибарҙы йәлеп итте. Юҡҡа ғына йүнселлекте үҙ итмәгәндер ул. Ә был өлкәлә үрҙә әйтелгән сифаттар бик кәрәк. Ни тиһәң дә, сауҙа тармағындағы шәхси эшҡыуарҙар иң тәү сиратта ҡулланыусылар – халыҡ – менән эш итә.

– Биш йәшемдә әсәйем менән Нефтекама ҡалаһынан Миәкә яҡтарына күсеп килгәйнек. Яҙмышымдың ошо яҡтарға илтеүенә һис үкенмәйем, сөнки тап бында ирем Раяз Ҡотдос улы менән танышып, ғаилә ҡорҙоҡ. Ошо бәрәкәтле ерҙә ҡыҙыбыҙ һәм улыбыҙ тыуҙы, – ти Альбина. Әйткәндәй, ҡатындың ғәзиз әсәһе лә сығышы менән Миәкәнән йыраҡ түгел, күрше Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылынан.

Альбина менән Раяз Мөхәмәтйәновтар башта аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеү өсөн магазин аса. Бынан тыш, уларҙың оҫтахана төҙөү хаҡында ла уй-ниәттәре була, сөнки Раяз Ҡотдос улы – шәп балта оҫтаһы. Ғаиләһе өсөн бына тигән иркен, матур йорт та һалған ул. Әммә сауҙа эше көйләнеп киткәс, тап ошо йүнәлеште ныҡлап үҫтерергә, тигән ҡарарға киләләр. “Пандемия сауҙа тармағына ла йоғонто яһамай ҡалманы, әлбиттә. Әммә ниндәй генә ҡыйынлыҡтар килеп сыҡмаһын, уларҙы йырып сығырға тырышабыҙ”, – ти хужабикә.

Уңғандар, тырыштар ҡайҙа ғына йәшәмәһен, эшләмәһен, барыбер ниндәй ҙә булһа уңышҡа өлгәшә. Альбина менән Раяз Мөхәмәтйәновтар ҙа күпләп мал тота: һарыҡ, һыйыр, ҡош-ҡорт аҫырайҙар.

– Йәйен һауып алынған һөттән ҡаймаҡ әҙерләп һатыуға сығарам. Ә былай йыл әйләнәһенә халыҡҡа айран, ҡатыҡ, ҡыҙыл эремсек тәҡдим итәм, – ти Альбина Исмәғил ҡыҙы. – Әйткәндәй, Өфөлә үткәрелгән Башҡорт эшҡыуарҙары форумында ҡатнашыу миңә бик файҙалы булды. Унда мин Баймаҡтан Айгөл Иҙелбаева менән таныштым. Тап ул ошо ҡорот, эремсек, айран әҙерләп һатыу идеяһын тәҡдим итте. Шулай итеп, миңә йүнәлеш бирҙе.

Донъя булғас, төрлө хәлдәр осрай. Әммә ир менән ҡатын йөктө икәү бергәләшеп тартһа, ғаилә карабы тормош диңгеҙе буйлап бер йүнәлештә барһа ғына уңыштарға өлгәшергә мөмкин. “Барлыҡ уй-хыялдарымды тормошҡа ашырыуымда иремдең өлөшө сикһеҙ. Ҡыҙым менән улым да башланғыстарымды хуплап, ярҙам итеп тора”, – ти Миәкә эшҡыуары.

Әйткәндәй, балалары ла ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. 21 йәшлек улдары Рәмил Башҡорт дәүләт медицина университетының “Фармация” факультетында белем ала. Ә ҡыҙҙары Айгөл – Илсеғол башҡорт гимназияһының IX класс уҡыусыһы. Күптән түгел тырыш ҡыҙ башҡорт теле буйынса олимпиадала призлы урын яулаған.

Альбина Исмәғил ҡыҙы – яратҡан әсәй, ышаныслы ҡатын, уңған эшҡыуар, оҫта хужабикә генә түгел, урындағы “Хазина” фольклор ансамбле бейеүсеһе лә.

– Етәксебеҙ Физәлиә Ниғмәтуллина ярҙамында “Самауыр сәйе” байрамында, спектаклдәрҙә, урам концерттарында ҡатнашабыҙ. Күптән түгел башҡорт милли кейемен дә тектерҙек. Беҙҙә тағы “Мираҫ” фольклор, “Нур” ансамблдәре бар. Илсеғолда дәртле халыҡ йәшәй”, – тип үҙенең яңылыҡтары менән ихлас уртаҡлашты ул.

Юҡҡа ғына уңғандарға уңыш юлдаш, тимәйҙәр шул. Тормошта барыһы ла ваҡытлыса: шул уҡ пандемия осоро ла тиҙҙән тарихта ғына ҡалыр. Заман ауырлыҡтарына һылтанмаған Альбина Мөхәмәтйәнова иһә ҡорот, ҡатыҡ, айран кеүек милли аҙыҡ-түлегебеҙҙе халыҡҡа тәҡдим итеп кенә ҡалмай, уларҙы популярлаштыра ла. Был осраҡта милли аш-һыуҙарыбыҙ онотолмаҫ, уларҙы әҙерләү серҙәре киләсәк быуындарға тапшырылыр, өҫтәүенә, был ризыҡтар һәр кемгә килем килтерерлек табыш сығанағына әйләнер, тигән ышаныс арта.

– Ике килмәй был ғүмер! Матур, етеш йәшәргә ынтылырға кәрәк. Тырышһаң, бар көсөңдө һалып эшләһәң, һәр хеҙмәт үҙ емешен бирмәй ҡалмай, – ти Альбина Мөхәмәтйәнова ла.

ҺҮРӘТТӘ: Альбина Мөхәмәтйәнова яңы эшләгән эремсеген тәҡдим итә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА
https://bash.rbsmi.ru/articles/esh-yuar/mi-k-esh-yuaryny-b-khet-sere-/?sphrase_id=48752
Читайте нас