+28 °С
Облачно
ИҠТИСАД
18 Февраля 2021, 08:30

Швецияла ниңә сүп-сарҙы ситтән ташыйҙар?

Стәрлетамаҡтағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сорттарға айырыу һәм эшкәртеү заводында RDF-яғыулыҡ етештереү башланды. Европа илдәрендә сүп-сарҙан алынған ошондай яғыулыҡты байтаҡтан бирле етештерәләр.

“Сүп-сар реформаһы”ның беренсе этабында ҡалдыҡтарҙы үҙ ваҡытында ташыуҙы яйға һалдыҡ, элек сүп өйөмө аҙна буйы сығарылмай ята торғайны. Хәҙер был эштең икенсе этабын башланыҡ” тип яҙҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Фейсбук”тағы сәхифәһендә.
Ваҡытында ташыу эшен контролдә тотоу өсөн фототеркәү процесы тейешенсә ойошторолған, республика буйынса меңдән ашыу рөхсәтһеҙ ҡый ташлау урындары юҡҡа сығарылған, сүп ташыусы машиналар паркы ике тапҡырға арттырылған, иҫке типтағы сүп бактары тутыҡмай торған пластик евроконтейнерҙарға алмаштырылған.
“Барыһын да яйға һалыу өсөн төбәк операторҙары институтын булдырҙыҡ, – тип яҙҙы Андрей Назаров. – Улар ҡалдыҡтарҙы йыйыу, ташыу һәм утилләштереү өсөн яуап бирә. Элегерәк был эшкә муниципалитеттар яуаплы ине, улар бурыстарҙы заман талаптарына ярашлы башҡара алманы”.
Икенсе этап экологияға бәйле ҡатмарлыраҡ проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән. Төбәк операторҙары әле булған сүпте сорттарға айырыу һәм эшкәртеү комплекстарын, полигондарын яңыртыуға, өҫтәмә объекттар төҙөүгә тотонған да инде. Хөкүмәт Премьер-министры яҙыуынса, эш тейешле тиҙлектә бара. Бынан тыш, Стәрлетамаҡтағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сорттарға айырыу һәм эшкәртеү заводында RDF-яғыулыҡ етештереү башланды. Европа илдәрендә сүп-сарҙан алынған ошондай яғыулыҡты байтаҡтан бирле етештерәләр. Швеция, мәҫәлән, бының өсөн сүп-сарҙы хатта ситтән ташый.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/Shvetsiyala-ni--s-p-sar-i-sitt-n-tashiy-ar-682273/
Читайте нас