+28 °С
Болотло
ИҠТИСАД
11 Ғинуар 2021, 06:04
Туристар һаны артырмы?
Быйыл Башҡортостанға 3,2 миллионға тиклем турист килер тип көтөлә.
Йыл һайын Башҡортостанға 2-нән 2,5 миллионға тиклем турист килә ине. Былтыр пандемия осоронда сит илдәргә сәйәхәттәр тыйылып торҙо һәм аҙаҡ илдә туризм миҙгелен асыу рөхсәт ителде. Башҡортостанда үҙаллы туризм артты һәм ул 2 миллиондан ашыу кеше тәшкил иткән. Был хаҡта республиканың Туризм буйынса комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов белдергән.
Быйыл Башҡортостанда туристар өсөн навигациялар күрһәткестәрен (федераль, төбәк һәм урындағы юлдар, ҡалаларҙа навигация) һанын 1500-гә тиклем арттырмаҡсылар. 2020 йылда 877 күрһәткес ҡуйылған.
2021 йылда Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағы 300 километрға тиклем артасаҡ. Әйткәндәй, былтыр ғинуар – ноябҙә туризм өлкәһендәге хеҙмәттәр күләме 3,9 миллиард һум тәшкил иткән.
Башҡортостан “Урал аръяғы-2020” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын үткәргән өсөн “Russian Event Awards-2020” туризм өлкәһендәге милли премияһының “Иң яҡшы туристик MICE-ваҡиғаһы” номинацияһында гран-при яуланы. Әйткәндәй, быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән милли проекттарҙың тағы берәүһе “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” барлыҡҡа килер тип көтөлә.
ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото:
rbc.ru
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Turistar-ani-artirmi-624183/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"