

Атай! Ҡартатай! Беҙ һинең хәстәрлегең, йомартлығың һәм изге күңелең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Артабан да тик шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына сорналған бай, бәрәкәтле, мул тормош, ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Киләһе көндәрең дә яҡты, өмөтлө, имен булһын, ҡәҙер-хөрмәттә, игелектәр күреп, әсәйебеҙ менән оҙон тигеҙ ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен.
Изгелектең саф өлгөһө булып,
Һин тораһың, атай, тормошта.
Атай, тиеп әйтер кеше булғас,
Рәхмәтлебеҙ ошо яҙмышҡа.
Атла, атай, ғүмер үрҙәренә,
Әсәй менән бергә йәнәшә.
Беҙгә шулай, изге нурҙар сәсеп,
Ҡайғы белмәй, атай, йөҙ йәшә!
Ҡайнар, ихлас ҡотлауҙар менән: һөйөклө ҡатының, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.