+26 °С
Облачно
Общие статьи
16 Февраля 2022, 09:05

Февралдә һәм мартта республика халҡын ҡыҫҡа эш көндәре һәм өҫтәмә ялдар көтә

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы яҡынлашып килгән ял һәм байрам көндәре хаҡында иҫкә төшөрҙө. 23 февраль һәм 8 март ял көндәре булып тора. Әммә быйыл улар эш көндәренә, шаршамбыға һәм шишәмбегә тура килә.

Февралдә һәм мартта республика халҡын ҡыҫҡа эш көндәре һәм өҫтәмә ялдар көтәФевралдә һәм мартта республика халҡын ҡыҫҡа эш көндәре һәм өҫтәмә ялдар көтә
Февралдә һәм мартта республика халҡын ҡыҫҡа эш көндәре һәм өҫтәмә ялдар көтә

«Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, биш көнлөк эш аҙнаһында 23 февраль һәм 6,7,8 март ял көндәре булып тора. 22 февралдә шул уҡ ваҡытта эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Шәмбе, 5 март та, ҡыҫҡа эш көнө була», — тип белдерҙеләр министрлыҡта.

Был көндәрҙә түләүле отпускыла булғандар өсөн 23 февраль дә, 8 март та календарь көндәр иҫәбенә индерелмәй.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-02-15/fevrald-m-martta-respublika-hal-yn-y-a-esh-k-nd-re-m-t-m-yaldar-k-t-2693468

Автор:
Читайте нас