+26 °С
Болотло
Общие статьи
20 Февраль 2021, 07:11
Дәүләт ярҙамынан файҙаланғандар
Фермер республиканың Ауыл хужалығы министрлығы 2019 йылда “Ғаилә сусҡасылыҡ фермаһы” федераль программаһы буйынса үткәргән конкурста ҡатнашҡан.
Ауыл хужалығына күрһәтелгән дәүләт ярҙамының роле баһалап бөткөһөҙ. Ул хужалыҡтарға тотороҡло үҫергә ярҙам итә. Бишбүләк районынан Эльвира Ямалетдинова – бына ошондай фекерҙә. Фермер республиканың Ауыл хужалығы министрлығы 2019 йылда “Ғаилә сусҡасылыҡ фермаһы” федераль программаһы буйынса үткәргән конкурста ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә ул малсылыҡ үҫеше өсөн 13,5 миллион һумлыҡ грантты отҡан.
Эльвира Ямалетдинова ире менән бергә 2009 йылдан алып фермерлыҡ менән шөғөлләнә. Усаҡкиҫеү ауылында урынлашҡан хужалыҡта ул ваҡытта 50 баш мал булған. Ғаилә ит менән һөттө урындағы халыҡҡа һәм эшкәртеүселәргә һатҡан. Эштәр ыңғай киткәс, фермерҙар яңы кимәлгә сығырға уйлаған. Улар үҙ аҡсаһына 300 малға иҫәпләнгән ҡура төҙөһә, уны мал менән тултырыу өсөн дәүләт ярҙамын алғандар. Грант аҡсаһына симменталь тоҡомло 300 һыйыр һатып алғандар.
Хәҙер ғаиләнең эштәре уңышлы ғына бара. Үҙ эшен асҡан көндән алып мал һаны 13 тапҡырға артҡан. Шулай итеп, хәҙер хужалыҡта 650 баш мал бар. Бынан тыш, фермерҙар үҫемлекселек менән шөғөлләнә. Фермерҙарҙың тағы тормошҡа ашырырлыҡ уй-пландары бар.
ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: Ауыл хужалығы министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/D-l-t-yar-aminan-fay-alan-andar-684346/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"