Уларҙан ҡотолоу өсөн бер нисә халыҡ ысулын тәҡдим итәбеҙ.
1. Бер биҙрә һыуға бер стакан 9 процентлы уксус һалырға һәм кисен кәбеҫтәгә һиптерергә. Шыйыҡса ҡусҡарҙың тәненә тейһә, яндыра.
2. 2 аш ҡалағы нашатырь спиртын, 15 г ҡоро гәрсисте бер литр һыуға һалып, болғатып һиптертергә.
3. Лайлалы ҡусҡар эҫене үҙһенмәй. Шуға ла һыуҙы 60 градусҡа тиклем йылытабыҙ ҙа лейка ярҙамында кәбеҫтәгә һибәбеҙ.
Һуңғы сиктә химикаттар ҡулланып була. Улар “Гроза”, “Мета”, «Слизнеед» препараттары.