+26 °С
Облачно
Общие статьи
10 Августа 2020, 06:27

Бәшмәк күп булмаҡсы

Көн дә ямғыр тип зарланмағыҙ, бәшмәк уңа тип ҡыуанығыҙ

Етмәһә бәшмәктәр организм өсөн дә файҙалы. Тәү сиратта ул ҡан тамырҙарына холестерин ултырыуға ҡамасаулай.
- аҡ бәшмәк стенокардияны һәм йөрәк ауырыуҙарын еңеләйтә, лисичкала зарарлы бактерияларҙы юҡҡа сығарыу үҙенсәлегенә эйә булған тәбиғи поливитамин бар. Шампиньон иммунитетты нығыта, шәкәр диабеты сиренән дауа. Нарат (рыжик) бәшмәге туберкулезға “аяҡ сала”. Майлы бәшмәктә һәм лисичкала күреү һәләтен яҡшыртыусы матдәләр бар. Вешенка юғары ҡан баҫымын төшөрә, нервы һәм иммун системаһына ыңғай йоғонто яһай, организмды ҡартайыуҙан һаҡлай.
Бәшмәкте туңдырыу
Йыйып ҡайтыу менән бәшмәктәрҙе йыуып, һалҡын һыу һалып, беше­рергә ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, тоҙ һалып,25 минут бешерәбеҙ. Шунан һарҡытабыҙ. Һыуынғас, оҙонсалап ҡыр­ҡабыҙ ҙа ҡырғыстан үткәрелгән кишер, ваҡ итеп туралған һуған, помидор менән ҡыҙҙырып алабыҙ. 5 литрлыҡ биҙрәне тултырып йыйған бәшмәккә 1-2 кишер, 1-2 баш һуған, 1 ҙур помидор һалынһа, бик тәмле була.
Бер бешерерлек итеп пластик һауыттарға тултырабыҙ ҙа туңдырғысҡа ҡуябыҙ. Ҡыш көнө алып, табала ҡыҙҙырып йылытып алһаҡ, үҙен генә ашарға ла була, башҡа ризыҡтарға ла үҙенсәлекле тәм өҫтәй. Уны мантыға ҡушырға ла, картуф менән тәҡдим итергә лә мөмкин.
Бәшмәкле ҡаҙан бөккәне (вареники)
Был тәғәм өсөн сей картуф, бәшмәк, тоҙ, билмән эшләгәндәге кеүек ҡамыр кәрәк була.
Эслектә бәшмәк картуфтың өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Картуфты ваҡ ҡына итеп шаҡмаҡлап турайбыҙ. Бәш­мәкте тоҙло һыуҙа бешереп алабыҙ. Тоҙ һалып, барыһын бергә бутайбыҙ. Ҡыш көнө туңдырылған бәшмәк ҡулланабыҙ.
Ҡамырҙы йәйеп, түңәрәк итеп ҡырҡабыҙ. Эслеген һалып, ситтәрен бөгәбеҙ. Ҡайнар һыуға һалып бешерәбеҙ.
Эслек өсөн картуф иҙелмәһен ҡулланырға ла мөмкин.
Читайте нас