+26 °С
Облачно
Общие статьи
9 Июня 2020, 07:12

Миндек әҙерләргә онотмағыҙ

Уны әҙерләү өсөн иң яҡшыһы - йәш ағас һайлау.

Миндек ҡойолмаһын, яҡшы булһын өсөн уны июндең 15-енән июль уртаһына тиклем әҙерләргә кәрәк.
Мәҫәлән, ошо вакытҡа ҡайын сәскә атҡан, алҡаларын ҡойған, япраҡтар файҙалы, туҡлыҡлы матдәләр һәм тәбиғи эфир майҙары менән тулыланған була.
Миндек әҙерләү өсөн иң яҡшыһы - йәш ҡайын ағасы. Уның япраҡтары наҙлы, шыма һәм ефәк һымаҡ була. Бейек ағастарҙың иһә аҫтағы йәш ботаҡтары яҡшыраҡ.
Миндекте көндөң беренсе яртыһында ҡояшлы, ҡоро көндө әҙерләү һәйбәт. Юл, трасса буйҙарында үҫкән ағастарҙы урап үтегеҙ.
Тик миндек тип ҡыҙығып, ағасты ботарлап ташламағыҙ, һаҡсыл ғына итеп, ботаҡтарын һирәкләп киҫеп алығыҙ.
Читайте нас