+26 °С
Облачно
Общие статьи
30 Мая 2020, 18:20

Михаил Мурашко һәм Радий Хәбиров онкодиспансерҙа

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онкоүҙәктең бүлексәләре эшмәкәрлеге менән танышты, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса алынған юғары технологиялы ҡорамалдарҙы ҡараны.

Республиканың баш радиологы, профессор Фәһим Мофазаловтың белдереүенсә, онкология хеҙмәте аша көн һайын биш меңгә яҡын пациент үтә.
Михаил Мурашко һәм Радий Хәбиров дауахананың яңы корпусының төҙөлөш барышын ҡараны. Уны быйыл йәй сафҡа индереү планлаштырыла. Туғыҙ ҡатлы яңы бинала 240 койкалыҡ стационар, бер сменала 450 кешене ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә поликлиника, лор-онкология, гинекология, урология, маммология һ.б. бүлексәләре урынлашасаҡ.
Артабан улар “COVID-19 яңы коронавирус инфекцияһы шарттарында онкологик сирҙәрҙе дауалау үҙенсәлектәре” тип аталған ғәмәли конференцияла ҡатнашты. Сара видеоконференция режимында, Өфөлә үткән Икенсе Волга буйы онкологик конгресына ярашлы үткәрелде.
Михаил Мурашко“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса сараларҙы финанслау коронавирусҡа ҡаршы көрәш шарттарында элеккесә ҡаласағы тураһында хәбәр итте.
Радий Хәбиров республикала яман шеште тәүге стадияһында билдәләүгә йүнәлтелгән программа ҡабул ителеүе тураһында белдерҙе. Ул шулай уҡ
Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге, хоспис төҙөү ниәтләнеүен әйтте.
“Төп иғтибарҙы коронавирусҡа бүлеп, башҡа ауырыуҙарҙы күҙ уңынан ысҡындырырға тейеш түгелбеҙ”, – тине төбәк Башлығы.
Читайте нас