+28 °С
Болотло

Ырымбур өлкәһе "Беҙҙең Еңеү көнө" марафонын тамамлай

Йыр марафонында Волга буйы федераль округының бар 14 төбәге лә ҡатнашты

Шулай итеп, Ырымбур өлкәһе дәррәү үткән эстафетаны йомғаҡлай. Йырҙы Ырымбур дәүләт академия рус халыҡ хоры башҡарыуында тыңлап була.

45 йыл элек Давид Тухманов менән Владимир Харитонов ижад иткән “Еңеү көнө” йырын беренсе тапҡыр Леонид Сметанников башҡара. Шул ваҡыттан алып ул бар донъя халҡы өсөн берләштереүсе гимнға әйләнә.

Волга буйы федераль округында ике аҙна дауам иткән акция барышында һәр 14 төбәктең ижади коллективтары, билдәле артистары “Еңеү көнө” йырын үҙ туған телендә башҡарып, видеояҙма тәҡдим итте.

Марафонға йырҙар бар республикаларҙа ла изоляция иғлан ителгәнсе яҙыла.

“Еңеү көнө” йыры марафонын Мордовия Республикаһы башлап ебәргәйне.

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 411 мең ырымбур кешеһе ҡатнаша. 187 меңе мәңгелеккә алыш яландарында ятып ҡала. 43 кеше Дан орденының тулы кавалеры, 235-е Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ, 65 меңдән ашыуы "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән.

Ырымбур өлкәһенә 90 предприятие эвакуациялана. Улар фронтҡа 1595 самолет һәм меңәрләгн комплектлау ҡорамалы ебәрә. Һуғыш ваҡытында Ырымбур 240 мең эвакуацияланған кешене һыйындыра. Дүрт йыл эсендә ҡала госпиталдәрендә 28095 яралы һәм ауырыу ята.

Был киң билдәле, барыһы ла яратып башҡарған йыр бер нисә көн эсендә миллионлаған кешеләрҙе берләштерҙе.

9 май, Еңеү көнөндә, легендар йыр марафонда ҡатнашҡан бар музыкаль коллективтар башҡарыуында яңғыраясаҡ.

Видеояҙмаларҙы урындағы телерадиокомпаниялар эфирында, шулай уҡ сайттарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштегтары аҫтында тыңларға, ҡарарға мөмкин.

#песнипобедыПФО #нашденьпобеды

Читайте нас