+28 °С
Облачно

Йыр марафоны Киров өлкәһендә

“Еңеү көнө” йыры “Мәңгелек ут” мемориалында яңғыраны

Волга буйы федераль округында дауам иткән акция барышында һәр төбәктең ижади коллективтары, билдәле артистары Давид Тухманов менән Владимир Харитонов ижад иткән “Еңеү көнө” йырын үҙ туған телендә башҡара һәм видеояҙма тәҡдим итә.

Киров өлкәһендә видеояҙма яҙҙырыу илебеҙҙә үҙаллы изоляция режимы иғлан ителгәнгә тиклем башҡарылған.

Йырҙы “Яңы йондоҙ” Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы ҡатнашыусылары “Дивертисмент” вокаль ансамбле, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Слобода” фольклор ансамбле етәксеһе Ирина Холманских, филармония солисы Константин Юдичев, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй йыр конкурстары лауреаты, “Киров өлкәһенең йыл уҡытыусыһы” бәйгеһе еңеүсеһе Ирина Беляева, “Вятка” КВН командаһы уйынсылары башҡара.

Киров өлкәһенән фронтҡа 600 мең самаһы кеше китә, уларҙың 250 меңдән ашыуы тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтмай. 200-ҙән ашыу яугир Советтар Союзы Геройы.

Һуғыш башланыу менән бында йөҙҙәрсә предприятие эвакуациялана. Улар фронтҡа снарядтар, танктар, билдәле “Катюша”ларҙы оҙата. Вятскополянск машиналар эшләү заводында 2,5 миллион ППШ – Шпагин пистолет-пулеметтары етештерелә. Был эшкә конструктор Георгий Шпагин үҙе етәкселек итә. Ҡоралдың тәүге партияһы һуғышҡа 1941 йылдың ноябрендә ебәрелә.

Һуғыш йылдарындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн Киров һәм өлкәнең тағы бер нисә ҡалаһы “Хеҙмәт даны ҡалаһы” исеменә лайыҡ була.

Вятка ере йөҙәр меңдәрсә кеше өсөн икенсе тыуған ергә әйләнә. 1941 йылда ғына бында 200-ҙән ашыу интернат, йәғни 23 меңгә яҡын бала эвакуациялана.

Кировтан фронтҡа алынған Григорий Булатов тәүгеләрҙән булып рейхстаг өҫтөнә Еңеү байрағын ҡаҙай, ул төшкән фотоһүрәт фашизмды еңеү символына әйләнде.

Эстафета һуңғы ҡатнашыусы – Ырымбур өлкәһенә тапшырыласаҡ.

9 майҙа данлыҡлы “Еңеү көнө” йыры округ проектында ҡатнашҡан барлыҡ коллективтар башҡарыуында яңғыраясаҡ.

Видеояҙмаларҙы урындағы телерадиокомпаниялар эфирында, шулай уҡ сайттарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштегтары аҫтында тыңларға, ҡарарға мөмкин.

#песнипобедыПФО #нашденьпобеды

Читайте нас