

Пенза өлкәһе исеменән марафонда Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Владимир Каширский етәкселегендәге Губернатор симфония капеллаһы ҡатнаша.
“Беҙ тәҡдим иткән видеояҙмала Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының ҡатнашыуы үҙе бер ҡыуаныс. “Еңеү ирекмәндәре”, Пенза эҙәрмәндәре, сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре һәм ябай халыҡ ярҙам итте. Беҙҙең барыбыҙ өсөн дә “Еңеү көнө” йыры – ябай әҫәр генә түгел, ә совет халҡының ҡаһарманлығы өлгөһө”- тип һөйләй Владимир Каширский.
Марафон өсөн видеоролик эшләү, йырҙы яҙҙырыу илебеҙҙә коронавирусҡа бәйле изоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем – февраль-март айҙарында башҡарылған.
Пенза өлкәһе Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индерә. Бөйөк Ватан һуғышына 300 меңдән ашыу кеше китеп, шуларҙың 190 меңдән ашыуы Ватан азатлығы өсөн башын һала. 1945 йылдың майында Рейхстаг диуарында “Ә беҙ Пензанан!” тигән яҙыу барлыҡҡа килә.
Һуғыш йылдарында Пенза ере эре эвакуация үҙәгенә әйләнә. Пенза заводтары миналар, авиабомбалар, артиллерия снарядтары етештерә. Төбәктән фронтҡа хәрби самолеттар өсөн деталдәр, шинель буҫтауы, быймалар, саңғылар оҙатыла.
Быйыл Пенза “Хеҙмәт даны ҡалаһы” тигән маҡтаулы исем алыуға дәғүә итә.
Марафон барышын урындағы телеканалдар, радиостанциялар, матбуғат баҫмалары яҡтырта, яҙмаларҙы социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштегтары аҫтында табырға мөмкин.
#песнипобедыПФО #нашденьпобеды