

Ҡазанда "Беҙҙең Еңеү көнө" флешмобы сиктәрендә сығыштар яҙма төбәктең мәҙәниәт, фән һәм сәнғәт үҙәге булған Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт институты залында һәм Ҡазан Кремлендә Советтар Союзы Геройы, шағир Муса Йәлил һәйкәле янында үтте.
Видеороликты яҙҙырыуҙа РСФСР-ҙың, Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстан республикаһының халыҡ артисы Венера Ғәниева, Татарстандың атҡаҙанған артистары Әлфис Ғәлиуллин һәм Эльвира Ғәлиуллина, «Голос. Дети» шоуында ҡатнашыусы Айгөл Вәлиуллина, шулай уҡ Ҡазан дәүләт сәнғәт институтының преподавателдәре, доценттары һәм магистрҙары ҡатнашҡан.
Шуны айырып билдәләргә кәрәк: Татарстанда ла, Волга буйы федераль округының башҡа субъекттарында ла марафон өсөн видеояҙмалар эшләү, йырҙы яҙҙырыу илебеҙҙә коронавирусҡа бәйле үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем башҡарылды.
Ҡазан мәҙәниәте һәм сәнғәте институты ректоры Роза Әхмәҙиева «Был төбәктәрҙе берләштергән акция бар халыҡтарҙың мәҙәни берлеген яҡлай», - тип билдәләне. Уныңса, бындай акциялар бар халыҡтарҙың Бөйөк Еңеүгә ҡарата индерелгән өлөшөн күрһәтә.
Татарстан Бөйөк Ватан һуғышында Ҡыҙыл армияның тыл йәһәтенән төп базаларының береһе була. Республикаға 70-тән ашыу фабрика-завод эвакуациялана. ТАССР-ға 226 мең кеше күсеп килә. Шуларҙың 15 меңе етем бала була. Республикала 50-нән ашыу эвакогоспиталдәрҙә 334 мең яралы һалдат дауалана. Уларҙың 207 меңе ҡабаттан һуғышҡа оҙатыла. 100 меңдән ашыу Татарстан халҡы орден-миҙалдар менән бүләкләнә. 186 кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Фронтҡа оҙатылған 700 мең кешенең һәр икенсеһе кире әйләнеп ҡайта алмай.